Өфөләге 9-сы ҡала клиник дауаханаһында “Йөклө ҡатындар мәктәбе” эшләй. Был – буласаҡ әсәйҙәрҙе һәм атайҙарҙы тормоштарында буласаҡ мөһим ваҡиғаға әҙерләүгә йүнәлтелгән төп ижтимағи йүнәлеш. Ул “Ғаилә” милли проекты (национальный проект “Семья”) бурыстарын тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән. Был хаҡта Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр иттеләр. Был программа кәрәкле мәғлүмәттәр менән танышыу, һөнәри кәңәштәр, ярҙам алыу мөмкинлеген бирә һәм бала табыуға, әсәй, атай булыуға тыныс әҙерләнергә булышлыҡ итә. Мәктәп программаһы йөклөлөк, бала табыуға әҙерләнеү, әсә һәм сабый сәләмәтлеген тәьмин итеү, шулай уҡ баланы тәрбиәләү мәсьәләләрен үҙ эсенә ала. Сарала ҡатнашыусылар шулай уҡ бала табыу йортонда булыу, медицина хеҙмәткәрҙәре, белгестәре менән эш итеү йәһәтенән кәңәштәр ала. “Йөклө ҡатындар мәктәбе” кәңәштәр биреү сығанағы ғына түгел, социаль эш итеү платформаһы ла. Ул тормоштағы мөһим этапҡа әҙерләнергә ярҙам итә. Был белем һәм кәңәштәр ата-әсәләргә яңы ролде