Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Шәкәр диабеты мәктәбенә уҡырға киләләр

“Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проектына ярашлы (национальный проект “Продолжительная и активная жизнь”) Башҡортостанда шәкәр диабеты мәктәптәрендә бер йыл эсендә 27 меңдән ашыу пациент уҡыу үткән. Был турала төбәктең Һаулыҡ һаҡлау министрлығы хәбәр итә. Республикала 42 махсус кабинет эшләй, унда пациенттар тейешле белем һәм оҫталыҡ ала. Ундағы дәрестәр дөрөҫ туҡланыу, физик әүҙемлек, шәкәрҙе кәметеүсе препараттар, инсулин терапияһы, контроль тикшеренеүҙәр кеүек мөһим темаларға арналған. Табип-эндокриногологтар пациенттарға гипогликемия, гипергликемия, ҡатмарлы хәлдәрҙә тәүге ярҙам тураһында һөйләй. Шуныһы мөһим, пациенттар был дәрестәргә үҙҙәренең яҡындары менән дә килә ала. “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проектының маҡсаты – граждандарҙың оҙон ғүмерлелегенең яңы күрһәткестәренә өлгәшеү. Милли проекттар ил Президентының ҡарары буйынса тормошҡа ашырыла. Автор фотоһы.
Оглавление
    Шәкәр диабеты мәктәбенә уҡырға киләләр
Шәкәр диабеты мәктәбенә уҡырға киләләр

Шәкәр диабеты мәктәбенә уҡырға киләләр

Бер йыл эсендә бында 27 меңдән ашыу кеше мөрәжәғәт иткән

“Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проектына ярашлы (национальный проект “Продолжительная и активная жизнь”) Башҡортостанда шәкәр диабеты мәктәптәрендә бер йыл эсендә 27 меңдән ашыу пациент уҡыу үткән. Был турала төбәктең Һаулыҡ һаҡлау министрлығы хәбәр итә.

Республикала 42 махсус кабинет эшләй, унда пациенттар тейешле белем һәм оҫталыҡ ала. Ундағы дәрестәр дөрөҫ туҡланыу, физик әүҙемлек, шәкәрҙе кәметеүсе препараттар, инсулин терапияһы, контроль тикшеренеүҙәр кеүек мөһим темаларға арналған.

Табип-эндокриногологтар пациенттарға гипогликемия, гипергликемия, ҡатмарлы хәлдәрҙә тәүге ярҙам тураһында һөйләй. Шуныһы мөһим, пациенттар был дәрестәргә үҙҙәренең яҡындары менән дә килә ала.

“Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проектының маҡсаты – граждандарҙың оҙон ғүмерлелегенең яңы күрһәткестәренә өлгәшеү. Милли проекттар ил Президентының ҡарары буйынса тормошҡа ашырыла.

Автор фотоһы.