Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең Юғары уҡыу йорттары студенттары кампусы майҙансығында биотехнология буйынса яңы “ИнноваБиоТех” уҡыу-фәнни лабораторияһы эшен башланы. Ул Өфө фән һәм технологиялар университетының Тәбиғәт һәм кеше институты нигеҙендә булдырылған. “БашИнком” ғилми-индереү предприятиеһы был проекттың хеҙмәттәше булып сығыш яһай. “Лаборатория тикшеренеү базаһын үҫтереүҙә ҙур аҙым буласаҡ. “ИнноваБиоТех” тәбиғәткә кире тәъҫирҙе кәметеү эше менән шөғәлләнәсәк. Төп йүнәлештәр – пестицидтарҙы аҙайтыу өсөн биопрепараттар эшләү һәм ауыл хужалығы ҡалдыҡтарын биологик эшкәртеү”, – ти Башҡортостандың Тәбиғәтте файҙаланыу һәм экология министрлығының Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау идаралағы нтәксеһе Рөстәм Кәримов. Фото: Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең Юғары уҡыу йорттары студенттары кампусы.