Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров Рәсәйҙә беренсе төбәк-ара фәнни-популяр турҙың эшләй башлауы хаҡында хәбәр итте. «Төбәк-ара ғилми экспресс» тип аталған проект Өфө, Түбәнге Новгород һәм Новосибирск ҡалаларын берләштерә. Маршрут Евразия ғилми-белем биреү үҙәге менән әҙерләнгән һәм мәктәп уҡыусыларына һөнәри йүнәлеш биреүгә йүнәлтелгән. Сәфәр сиктәрендә уҡыусылар заманса лабораторияларҙа, технопарктарҙа һәм юғары технологиялы заводтарҙа буласаҡ, унда улар оҫталыҡ дәрестәрендә һәм эксперименттарҙа ҡатнаша аласаҡ. Андрей Назаров әйтеүенсә, Өфөләге вуз-ара кампус фәнни туризмды йәлеп итеүҙең төп нөктәһенә әүерелә: бөгөн республикала туғыҙ ошондай маршрут эшләй, һәм уларҙың барыһы ла кампус майҙансығынан старт ала. Министрҙар кабинеты етәксеһе белем биреү учреждениеларын йәштәрҙе Рәсәйҙең сәнәғәт потенциалы менән таныштырыу өсөн был мөмкинлектәрҙе әүҙемерәк файҙаланырға саҡырҙы. Белешмә өсөн: Президент Владимир Путин ҡушыуы буйынса Рәсәйҙә заманса кампустар селтәре булды