Ҡалалағы күршеләр бер-береһе менән артыҡ аралашмай. Һирәк кенә улар яҡын кешеләргә әүерелеп китә. Танышым Мәликә апай ире Рифат менән баш ҡалаға күсеп барғас, күршеләрендә йәшәгән Рәйлә һәм Сәлим ағай менән туғандарса аралашып китте. Шатлыҡлыҡтары ла, ҡыйынлыҡтары ла бергә булды уларҙың. Ололарҙың “Ныҡ яҡын әхирәтең булмаһын” тип киҫәтеүҙәренә алдан уҡ иғтибар итергә кәрәк булған икән тип, үкенесле тормош юлы тураһында һөйләгәйне Мәликә апай. – Минең өсөн Рәйлә яҡын туғаным һымаҡ булды. Бөтә серҙәремде түкмәй-сәсмәй һөйләй торғаным, хатта уның кәңәштәрен тота инем. Ул һәр ваҡыт минең иремә һоҡланып йәшәне. Уға һоҡланмау мөмкин дә түгел. Эшкә оҫта, нимәгә тотонһа, шул ҡулынан килә. Ҙур вазифа биләгәс, хеҙмәт хаҡы ла ҙур, тиненә тиклем миңә алып ҡайтып бирә. Ҡул күтәреү түгел, ҡаты итеп өндәшкәнен дә ишетмәнем. Рәйләнең ире киреһенсә, эсергә яратты, эшкә ялҡаулығы ла булды, тиҙ генә ҡыҙып барыуы арҡаһында ҡатынына ла йыш ҡына эләктереп ала торғайны. Оҙаҡ йәшәй алманылар. Аҡса алған