1) Әгәр бөгөн күктә яңы ай тыуғаны күрелһә, тимәк, Рамаҙан айы бөгөн кис башланған һанала. Һәм бөгөн, 17 шаҡай (17 февраль), беренсе тәрәүих намаҙына баҫабыҙ. Иртәгә иһә, 18 шаҡай – тәүге ураҙа көнө буласаҡ, ин шәә Аллаһ. 2) Әгәр бөгөн яңы ай тыуғаны иҫбатланмаһа, тимәк, Рамаҙан айы иртәгә кис инәсәк. Йәғни, 18 шаҡай (18 февраль) кис беренсе тәрәүих уҡыласаҡ, ә 19 шаҡай иһә (19 февраль) – беренсе ураҙа көнө буласаҡ, ин шәә Аллаһ. Башҡортостанда, ҡыҙғанысҡа күрә, айҙы күҙәтеүсе махсус рәсми ойошма юҡ. Шуға күрә беҙ икенсе мосолман илдәренән килгән рәсми хәбәрҙәрҙе көтөп ҡалабыҙ. Ғәҙәттә – Мәккә-Мәҙинә яҡтарынан. Каналда ла иғлан һалырбыҙ, ин шәә Аллаһ. Аллаһ Раббыбыҙ беҙҙең бөтәбеҙгә лә имен-аман Рамаҙан айын ҡаршыларға насип итһен һәм был изге айҙы лайыҡлы итеп үткәрергә ярҙам итһен, беҙҙе изге эштәргә йүнәлтһен, гонаһ эштәребеҙҙе ярлыҡаһын ине! Тәүфиҡ тә, һиҙәйәт тә – Аллаһтан!
✅ Бөгөн кис, ин шәә Аллаһ, мосолман илдәрендә күкте күҙәтәсәктәр
17 февраля17 фев
~1 мин