“Һин уйында” спорт проектына ярашлы, Бөтә Рәсәй конкурсының алтынсы миҙгелендә ҡатнашыу өсөн ғаризалар ҡабул ителә. Ул йыл һайын Спорт министрлығы булышлығында “Рәсәй спорты” программаһына ярашлы ойошторола. Номинацияларҙа еңеүселәр 500-әр мең һум аҡса аласаҡ. Ә гран-приҙы яулаусыға 1 миллион һум тапшырыласаҡ. Финанс ярҙамдан тыш, ҡатнашыусылар мәғариф акселераторынан, тармаҡ белгестәре ярҙамынан һәм башҡаларҙан файҙалана ала. VI миҙгелдә төп биш номинация – “Старт нөктәһе”, “Масштаб”, “Спортта балалар”, “Спортта трансформалаштырыу”, “Сикһеҙ мөмкинлектәр”, шулай уҡ конкурс партнерҙарынан өс конкурс – “Корпоратив спорт”, “Спорт туризмы”, “Медиа” - ҡаралған.
Ғаризалар 31 мартҡа тиклем ҡабул ителә. Быйыл йәй Мәскәүҙә сарала еңеп сығыусыларҙы ҡотлаясаҡтар. - Маҡсат – 2030 йылға Рәсәй граждандарының 70 проценттан кәм булмағаны физик культура һәм спорт менән шөғөлләнергә тейеш. Уны тормошҡа ашырыуға “Һин уйында” конкурсы ла булышлыҡ итә. Миҙгел һайын ул масштаблыраҡ була бара: ҡатнашыусы