Балтас районының Иҫке Балтас ауылында, “Ғаилә” (нацпроект “Семья”) милли проектына ярашлы, яңы ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһы асылды. Медицина учреждениеһы заманса юғары класлы диагностика ҡорамалы менән йыһазландырылған, ә белгестәрҙең эш урындары автоматлаштырылған системалар менән комплектланған. Был һаулыҡ һаҡлауҙы һанлаштырыуға һәм берҙәм дәүләт мәғлүмәт системаһы менән интеграциялауға йүнәлтелгән. Ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһында ике акушер-гинеколог кабинеты урынлашҡан, унда 9,3 меңдән ашыу ҡатын-ҡыҙ хеҙмәтләндерелә. Бынан тыш, терапия һәм процедура, ультратауыш диагностикаһы, функциональ диагностика һәм медик-социаль кабинеттары тейешенсә йыһазландырылған. Ҡатын-ҡыҙҙар өсөн ике урынлыҡ көндөҙгө стационар ойошторолған. Учреждениела регистратура, психопрофилактика кабинеты эшләй. Илгә ҡағылған тәрән демографик көрсөк шарттарында ғаилә һәм тыуымды яҡлау мөһим йүнәлеш булырға тейеш. Социаль өлкәләге иң эре, киң күләмле “Ғаилә” милли проекты (нацпроект “Семья”), бала тәрбиәләгән һәм к