Талбазыла Тавабиловтар ғаиләһен белмәгән кеше юҡтыр, моғайын. Резида Зөфәр ҡыҙы менән Эдуард Климович бынан егерме йылдар элек хәстәрлекккә, өй йылыһына мохтаж балаларҙы ҡосағына ала. Яҙмыш үҙе был аҙымға сәбәпсе була. Резида Зөфәр ҡыҙының туғаны фажиғәгә тарығандан һуң ғаилә ябай булмаған, әммә берҙән-бер дөрөҫ ҡарарға килә – балаларҙы балалар йортона бирмәҫкә, ә ғаиләгә алып тәрбиәләргә. “Әсәйһеҙ ҡалған балаларға нисек ауыр булыуын һүҙ менән генә лә аңлатырлыҡ түгел. Уларға һүҙ ярҙамы ла, матди ярҙам да бик кәрәк ине. Йыуатыу ҙа, йәшәү өсөн көс биреү ҙә мөһим ”, – тип хәтерләй ул көндәрҙе Резида Зөфәр ҡыҙы. Шулай итеп, Тавабиловтар ғаиләһе ағзалары һигеҙ булып китә. Тәүге ваҡытта ауырлыҡтар етерлек була, көнкүреште яйға һалаһы, балаларҙы урынлаштыраһы, ашатып-эсерәһе бар. Тиҙҙән кәрәкле йыһаздар, кейем-һалым, һауыт-һаба һатып алына, балалар өсөн уңайлы шарттар булдырыла. Ваҡыт уҙыу менән ғаилә лә ҙурайыуын дауам итә. 2011 йылда Тавабиловтар Благовещен ҡалаһына күсеп килә һәм балалар