12 февралдә Бөрйән районының Тимер мәктәбендә “Беҙҙең заман Геройҙары” Бөтә Рәсәй акцияһы сиктәрендә өс “Герой партаһы” асылды. “Герой парталары” Тимер мәктәбенең сығарылыш уҡыусылары, махсус хәрби операция барышында батырҙарса һәләк булған Хафиз Хаммат улы Баймырҙин, Дим Рафиҡ улы Дәүләтбирҙин һәм Марат Зиннур улы Ҡолдобаевтың яҡты иҫтәлегенә булдырылған. Яугирҙәр күрһәткән батырлыҡтары өсөн миҙалдар, үлгәндән һуң Ҡаһарманлыҡ ордены менән наградланған.
Сарала геройҙарҙың ата-әсәләре, туғандары, ауылдаштар, Бөрйән районы хакимиәте башлығы Рәмил Миңлеәхмәт улы Абдуллин, район мәғариф бүлеге етәксеһе Гөлназ Абдулхай ҡыҙы Ғәлләмова ҡатнашты. – "Герой партаһын" асыу – ул Тыуған ил өсөн ғүмерен биргәндәрҙең хәтерен мәңгелләштереү мөмкинлектәренең береһе. Бындай акциялар уҡыусыларҙа илһөйәрлек рухы, дуҫтарса мөнәсәбәт, илебеҙҙе һөйөү, тормошто ҡәҙерләү сифаттарын тәрбиәләй. Мәктәптә үк был төшөнсәләрҙе йәш быуын күңеленә һеңдерергә бурыслыбыҙ. Балаларҙың күҙҙәренә бағып ҡына ла тыныслыҡ ҡим