2026 йылда Башҡортостан Республикаһында “Йәшәү өсөн инфраструктура” (национальный проект “Инфраструктура для жизни”) милли проекты буйынса кәмендә 13 күпер ремонтлана һәм реконструкциялана, тип хәбәр иттеләр төбәктең Транспорт министрлығынан. Эштең дөйөм оҙонлоғо 1700 погон метрҙан ашыу. Туғыҙ күперҙә ремонт үткәрелә, ҡалған дүртәүһендә - реконструкция. Был ҡоролмалар республиканың Борай, Дүртөйлө, Дәүләкән, Ишембай, Күгәрсен, Салауат һәм башҡа райондарында урынлашҡан. “Улар араһында - Борай һәм Дүртөйлө райондарында Тере Танып йылғаһы аша кисеүҙәр, Ишембай районында Стәрлетамаҡ - Белорет - Магнитогорск трассаһында Һикияҙ йылғаһы аша күперҙәр. Бынан тыш, Дәүләкән районында Дәүләкән - Талбазы юлында Дим йылғаһы аша күперҙе капиталь ремонтлау күҙаллана. Эштәр тамамланғас, ошо йүнәлештәр буйынса хәрәкәт хәүефһеҙ һәм уңайлы буласаҡ”, - тип һөйләне Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министры Любовь Минакова. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 2025 йылда төбәктә 11 күперҙе тейешле хәлгә килтерҙеләр