Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене
Баймаҡ яңылыҡтары

Үткән ял көндәрендә Темәс ауылында яугир батыр Йосопов Иштимер Тимерғәле иҫтәлегенә арналған район- ара саңғы ярышы уҙҙы

Унда Әбйәлил, Баймаҡ,Бөрйән,Хәйбулла райондарынан һәм Өфө ,Сибай ҡалаларынан мәктәп уҡыусылары, спорт ветерандары, спорт һөйөүселәр ҡатнашты. Был көндө стартҡа бөтәһе 110-ға яҡын саңғысы баҫты. Уларҙың иң йәшенә 6 йәш кенә булһа, иң өлкәне 76 йәшкә еткән ине. Темәс ауылы осонда ярыш үткәрелгән ялан иртәнән кискә тиклем гөрләп торҙо. Ярышты Темәс ауылы хакимиәте, Темәс тарихи - мәҙәни үҙәге һәм батырҙың ҡатыны Йосопова Әдилә Айрат ҡыҙы,батыр егеттең ата - әсәһе Йосопов Тимерғәле Абдулхай улы,Йосопова Миләүшә Рәис ҡыҙы ойошторҙо. Бының кеүек ҙур саңғы ярыштары халыҡты, бигерәк тә уҡыусы һәм йәштәрҙе спорт менән шөғөлләнеүгә, саңғыла күберәк йөрөүгә, сәләмәт тормош алып барыуға ылыҡтырыу маҡсатында уҙғарыла. Ә һуңғы йылдарҙа бындай саралар ысын мәғәнәһендә спорт байрамына әүерелә бара. Ярышты үҙҙәрендә үткәреүгә темәстәрҙең яҡшы әҙерләнгән булыуын да билдәләп китергә кәрәк. Саңғы ярышында ҡатнашыусылар һәм көйәрмәндәр ҡайнар сәй һәм өҫтәл тулы һый,былау әҙерләгәндәре өсөн яугирҙең ҡаты

Үткән ял көндәрендә Темәс ауылында яугир батыр Йосопов Иштимер Тимерғәле иҫтәлегенә арналған район- ара саңғы ярышы уҙҙы. Унда Әбйәлил, Баймаҡ,Бөрйән,Хәйбулла райондарынан һәм Өфө ,Сибай ҡалаларынан мәктәп уҡыусылары, спорт ветерандары, спорт һөйөүселәр ҡатнашты. Был көндө стартҡа бөтәһе 110-ға яҡын саңғысы баҫты. Уларҙың иң йәшенә 6 йәш кенә булһа, иң өлкәне 76 йәшкә еткән ине. Темәс ауылы осонда ярыш үткәрелгән ялан иртәнән кискә тиклем гөрләп торҙо.

Ярышты Темәс ауылы хакимиәте, Темәс тарихи - мәҙәни үҙәге һәм батырҙың ҡатыны Йосопова Әдилә Айрат ҡыҙы,батыр егеттең ата - әсәһе Йосопов Тимерғәле Абдулхай улы,Йосопова Миләүшә Рәис ҡыҙы ойошторҙо.

Бының кеүек ҙур саңғы ярыштары халыҡты, бигерәк тә уҡыусы һәм йәштәрҙе спорт менән шөғөлләнеүгә, саңғыла күберәк йөрөүгә, сәләмәт тормош алып барыуға ылыҡтырыу маҡсатында уҙғарыла. Ә һуңғы йылдарҙа бындай саралар ысын мәғәнәһендә спорт байрамына әүерелә бара.

Ярышты үҙҙәрендә үткәреүгә темәстәрҙең яҡшы әҙерләнгән булыуын да билдәләп китергә кәрәк.

Саңғы ярышында ҡатнашыусылар һәм көйәрмәндәр ҡайнар сәй һәм өҫтәл тулы һый,былау әҙерләгәндәре өсөн яугирҙең ҡатынына , ата-әсәһенә ,туғандарына ҙур рәхмәттәрен белдерҙе.

Йылдан-йыл саңғы байрамы спортсыларҙы һәм һәүәҫкәрҙәрҙе берләштерә бара. Улар араһында оҙаҡ йылдар ошо спорт төрө менән шөғөлләнеүселәр ҙә, тәүге тапҡыр саңғыға баҫыусылар ҙа, тотош ғаиләһе менән килеүселәр ҙә бар. Саңғы байрамына ҡунаҡтар: махсус хәрби операция ветерандары Йосопов Әсҡәт,Әхмәров Әмир,Низамов Фәтих,Сирбаев Илдар килде.

Сараға килеүселәрҙе Темәс ауылы хакимиәтенең эштәр идарасыһы Сакина Гүзәл Ниғәмәт ҡыҙы,Темәс тарихи - мәҙәни үҙәгенең баш белгесе Әүәлбаев Марат Юлай улы,Темәс ауылы Советы депутаты Йосопова Фәнүзә Әбдрәхмән ҡыҙы һәм батыр яугирҙең ҡатыны Йосопова Әдилә Айрат ҡыҙы сәләмләне.

– Бөгөн илебеҙҙә барған ваҡиғалар тарихҡа инеп ҡаласаҡ. Иштимер кеүек егеттәрҙең батырлығы өлгөһөндә киләсәк быуын беҙҙең һалдаттарҙың неофашизмды һәм неонацизмды еңеүе хаҡында беләсәк. Иштимерҙең Рәсәй Федерацияһының ысын гражданы итеп тәрбиәләгән ата-әсәһенә ҙур рәхмәтемде белдерәм. Ошондай төр ярыштарҙың төп маҡсаты – сәләмәт тормошто пропагандалау, төрлө йәштәге кешеләрҙе спорт менән шөғөлләнеүгә йәлеп итеү һәм батыр яугирҙәребеҙҙең данын халыҡҡа еткереү , уларҙың батырлыҡтарын мәңгеләштереү. Ярышта ҡатнашҡан саңғысыларҙың барыһы ла афарин! Унда еңеүселәр һәм еңелеүселәр булмай, спортта бөтәһе лә еңә. Һеҙгә еңел старт, уңыштар һәм яҡшы кәйеф теләйем, - тине үҙенең сығышында Марат Юлай улы.

Ярышты тантаналы асҡандан һуң, спорт һөйөүселәр бер-бер артлы стартҡа баҫты. Турнир бер нисә йәш категорияһы араһында барҙы. Был һәр саңғысыға еңеү яулауға ынтылыш бирҙе. Бәйгенең иң оло ҡатнашыусыһы Ҡоланбаева Ритаға – 76, иң кесеһе Ғәзизова Мәликәгә 6 йәш ине. Ярыштың ни тиклем ҡыҙыу барыуын, һәр кемдең еңеү өсөн нисек сәмләнеп йүгереүен, финиш һыҙығына беренсе булып килеп еткәндәрҙең нисек ҡыуаныуын, көйәрмәндәрҙең уны нисек шау-гөр килеп ҡотлауҙарын яҙып аңлатырлыҡ түгел – үҙ күҙҙәрең менән күрергә кәрәк.

Ярыш бик сәмле барҙы. Бәйгелә йығылыуҙар ҙа булды, әлбиттә, әммә улар шунда уҡ саңғыларына йәнә баҫып, алда барғандарҙы ҡыуып етергә тырышты. Көйәрмәндәрҙең дәртләндереп тороуы спортсыларға көс-ҡеүәт, сәм өҫтәне.

Шулай итеп, төрлө йәш категориялары буйынса еңеүселәр түбәндәгесә билдәләнде: 7йәштән 9 йәшкә тиклемдәр араһында Йосопова Ғәлиә 1-се урын яуланы,Әбсәләмова Айгизә 2-се ,Зарипова Эльвина 3-сө урынды алды. Малайҙар араһында Низамов Денис 1-се урын,Асҡаров Заһит 2 -се урын,Хубеев Элмир 3-се урын яуланы.

10 йәштән 13 йәшкә тиклемге уҡыусылар араһында Асҡарова Сәлиә 1-се булды, Яҡупова Нәргизә 2-се урынды , 3- сө урынды- Агилова Нәзилә алды.Ошо йәштәге малайҙар түбәндәге урындарҙы бүлеште: Йосопов Булат 1-се урын,Яҡупов Илназ 2- се урын,Ғәлин Аймир 3 сө урынды алды.