Партия тиҫтә йылдарға иҫәпләнгән ҙур программаны 2026 йылдың июнендә тәҡдим итәсәк, тип хәбәр итте Дмитрий Медведев. Авгусҡа билдәле позициялар, һандар, бурыстар менән һайлау алды документын әҙерләйәсәктәр, ул финанс яҡтан иҫәпләнгән һәм тормошҡа ашырыласаҡ. Тулыраҡ мәғлүмәт карточкаларҙа Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, халыҡ программаһы - Рәсәй халҡының һорауҙары һәм көтөлгәндәре нигеҙендә төҙөлгән "Берҙәм Рәсәй"ҙең стратегик документы. Уның ярҙамында бөтә Рәсәйҙә, шул иҫәптән Башҡортостанда ла, һаулыҡ һаҡлау системаһы яңыртыла, мәғариф һәм инфраструктура өлкәләре үҫешә.
"Берҙәм Рәсәй"ҙең яңы халыҡ программаһын булдырыу өсөн төрлө өлкәләрҙән белгестәр саҡырыла
16 февраля16 фев
~1 мин