Ярат урта мәктәбендә өлкән класс уҡыусылары өсөн "Һаман иҫтә Афған шаңы..." тигән Батырлыҡ сәғәте үтте. Сараға яугир-интернацианалистар: Ғүмәр ауылынан Айрат Сәлих улы Янтов һәм Йәрмөхәмәт ауылында тыуып, хәҙерге көндә Межьгоре ҡалаһында йәшәүсе Мәжит Хаммат улы Яуғастин килгәйне. Сара башында тарих уҡытыусыһы Т.М. Ишембәтова Афған һуғышы тураһында ҡыҫҡаса мәғлүмәт биргәс, уҡыусылар һүҙ алды. Улар Ярат ауылы биләмәһенән Афған һуғышында ҡатнашҡан 8 яугир-интернационалист менән таныштырҙы.Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уларҙың 4-әүһе беҙҙең арала юҡ.
Ярат урта мәктәбендә өлкән класс уҡыусылары өсөн "Һаман иҫтә Афған шаңы..." тигән Батырлыҡ сәғәте үтте
16 февраля16 фев
~1 мин