! 14 февраль 1-се Төркмән ауылында иҫтәлекле һәм тарихи ваҡиға булып үтте. Ғата Сөләймәнов исемендәге музейҙа МХО яугиры Харрасов Айсар Радик улына арналған экспозиция барлыҡҡа килде. Туғандары уның иҫтәлекле әйберҙәрен, шул иҫәптән Ҡаһарманлыҡ орденын музейға тапшырҙылар. Был сараның әһәмиәте, тарихи мөһимлеге тураһында Баймаҡ тарих һәм крайҙы өйрәнеү музейы етәксеһе Кейекбирҙина Сәлимә Фәрит ҡыҙы, Моҡас ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Хажина Гөлназ Айрат ҡыҙы, яугирҙең туғандары исеменән Харрасов Әмир Наиль улы үҙ фекерҙәрен әйттеләр, йылы хәтирәләре менән бүлештеләр. Рәсүлев Иштәүләт хәҙрәт тыныслыҡ урынлашыуын, егеттәрҙең имен ҡайтыуын һорап, һәм һәләк булғандарҙың рухтарына бағышлап Аяттар уҡыны, доғалар ҡылды. Розалия Танһыҡҡужинаның йыры йөрәктәргә үтеп инде, тамашасылар күңеленә хуш килде. Яуҙа булған яҡташтарыбыҙға гуманитар ярҙам әҙерләү, вафат булған яугирҙәребеҙ исемен мәңгелләштереү, улар тарихын һаҡлау, киләсәк быуынға еткереү буйынса эштәр артабан да дауам итер.