Башҡортостан Республикаһының Йәмәғәт палатаһы 2024 йылдың июнендә мутлашыуҙы иҫкәртеү темаһына уҡытыу конференциялары һәм түңәрәк өҫтәлдәр циклын башланы. Ул ваҡыттан алып төрлө тармаҡтар буйынса фәһемле осрашыуҙар үтте һәм тәҡдимдәр әҙерләнде. Сираттағы уҡытыу конференцияһы "Коммерцияға ҡарамаған ойошмалар (НКО) өлкәһендә мутлашыуҙы иҫкәртеү" темаһына арналды. Осрашыуҙа профилле министрлыҡтар, хоҡуҡ һаҡлау органдары вәкилдәре, коммерцияға ҡарамаған ойошмалар, муниципаль райондарҙың йәмәғәт палаталары етәкселәре һәм активистары, социаль проектлау һәм мәғлүмәт хәүефһеҙлеге өлкәһендәге эксперттар ҡатнашты. Фекер алышыуға республиканың 30 районынан йәмғеһе 60-тан ашыу кеше ҡушылды. Сараның модераторы булып палата рәйесе урынбаҫары Кристина Недорезова сығыш яһай. Уның һүҙҙәренсә, мутлашыу башҡа енәйәт төрҙәре араһында алдынғы урында тора: 2025 йылда Рәсәйҙә бындай төрҙәге 433 000 законһыҙ эш башҡарылған. "Статистика мутлыҡ әүҙемлегенең артыуын күрһәтә: рәсәйҙәрҙең 94 проценты алдатыу менән