Федераль әһәмиәттәге автомобиль юлы участкаһында пассажир автобустары, маршрут таксиҙары, йөк транспорты өсөн ваҡытлыса сикләү индерелде: М-5 ”Урал” автомобиль юлының Башҡортостан Республикаһындағы 1480 километрынан алып (Федоровка ҡасабаһында транспорт айырсаһында) 1548+651 километрына тиклемге (Силәбе өлкәһе менән сик) арауығында. Хәрәкәт сикләүенең яҡынса тамамланыу ваҡыты – 16 февраль 07:00 сәғәт (урындағы ваҡыт). Шулай уҡ бөгөн, 15 февралдә, 20:30 сәғәттән ике төбәк трассаһында һауа торошоноң боҙолоуы (ҡар, көслө ел, буран, насар күреү мөмкинлеге) арҡаһында йөк һәм пассажирҙар транспорты өсөн сикләү индерелә. Ябылған участкалар: Кропачево – Мәсәғүт – Әчит юлының 9 - 160 километрында (Салауат, Мәсетле һәм Дыуан райондары); Малаяҙ – Үрге Ҡыйғы – Яңы Балаҡатай – Өнкөрҙө юлының 0 - 160 километрында (Салауат, Ҡыйғы һәм Балаҡатай райондары). Сикләүҙәр яҡынса 16 февралдең 08:00 сәғәтенә тиклем ғәмәлдә ҡала. Зинһар, сәфәрҙе планлаштырыуҙа мәғлүмәтте иҫәпкә алығыҙ! Юлдарҙа иғтибарлы булығы