Рәсәй Федерацияһы Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле урынбаҫары Александр Михайлович Тихонов "Ватанды һаҡлаусылар" фондының Башҡортостандағы филиалында булды. Ул филиалдың яңы бинаһын ҡараны һәм МХО-ла ҡатнашыусыларға, ветерандарға, шулай уҡ хәрбиҙәрҙең туғандарына, һәләк булған яугирҙәрҙең ғаилә ағзаларына ярҙам саралары менән танышты. "Волга буйы федераль округында демобилизацияланған махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы 30 меңгә яҡын кеше өйҙәренә ҡайтҡан. Улар араһында 70 проценттан ашыуы эшкә урынлашҡан, 80 проценттан күберәге диспансеризация үткән. Волга буйы федераль округы төбәктәрендә ассоциацияның бүлексәләре эшләй, улар 4800-ҙән ашыу кешене берләштерә. Геройҙарға арналған мәктәп музейҙары булдыраһығыҙ, хәбәрһеҙ юғалғандарҙы эҙләүҙе, фронт янындағы райондарҙа гуманитар миссиялар, инвалид ветерандар өсөн спорт коллективтары ойоштораһығыҙ, йәштәрҙе хәрби-патриотик тәрбиәләү менән шөғөлләнәһегеҙ. Башҡортостанда төҙөлгән модель идеаль. Бында етәксе вл
Александр Тихонов "Ватанды һаҡлаусылар" фонды филиалында булды
13 февраля13 фев
2 мин