Конкурсты Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы ойоштора. Ғаризалар 13 мартҡа тиклем ҡабул ителә. Ҡатнашыу өсөн бал һәм башҡа бал продукцияһы өлгөләрен тапшырырға кәрәк. Белгестәр уның таҙалығын, төҫөн, еҫен һәм тәмен баһалай. Еңеүселәрҙе бүләкләү 20 мартта "Агрокомплекс - 2026" күргәҙмәһендә үтәсәк. "Ашҡаҙар радиоһы" төркөмөнән.