Найти в Дзене
"Урал" гәзите

Сәй тураһында файҙалы кәңәштәр

Сәй эсеүҙең һәр халыҡта үҙ йолаһы бар. Эсемлектең файҙаһы хаҡында барыһын да беләбеҙ кеүек, әммә уның да сифаты һәм үҙенсәлеге таң ҡалдыра. Сәй ҡыуағының япрағында өс йөҙҙән ашыу элемент бар. Ҡайһы берҙәре әлегәсә тулыһынса өйрәнелмәгән. Мәҫәлән, сәй рубигиндарын молекулалар кимәлендә айыра ла алмайҙар. Нисек кенә булмаһын, сәй – Ер йөҙөндәге шифалы эсемлектәрҙең береһе, уның ҡараһы ла, йәшеле лә, ҡыҙылы ла берҙәй файҙалы. Бер сынаяҡ сәй ҙә физик һәм аҡыл эшмәкәрлеген күтәрә, арығанлыҡты бөтөрә, майҙарҙың бүленеп сығыу барышын тиҙләтә, матдәләр алмашыныуын яҡшырта. Барыһына ла ундағы кофеин сәбәпсе. Микроэлементтар комплексы (калий, фосфор, тимер, марганец, барий, йод, никель, бор, баҡыр) матдәләр алмашыныуын көйләй, организмдағы күп кенә процестарға ыңғай тәьҫир итә. Мәҫәлән, калий - йөрәк эшмәкәрлеге өсөн файҙалы, фтор тештәрҙе һаҡлай, йод - склерозға ҡаршы тәьҫирле мөһим элемент. Дуплау матдәләре организмдан токсиндарҙы сығара һәм ҡан тамырҙарын нығыта. Тиамин фәҡәт сәйҙә һәм бер ни

Сәй тураһында файҙалы кәңәштәр

Сәй эсеүҙең һәр халыҡта үҙ йолаһы бар. Эсемлектең файҙаһы хаҡында барыһын да беләбеҙ кеүек, әммә уның да сифаты һәм үҙенсәлеге таң ҡалдыра.

Сәй ҡыуағының япрағында өс йөҙҙән ашыу элемент бар. Ҡайһы берҙәре әлегәсә тулыһынса өйрәнелмәгән. Мәҫәлән, сәй рубигиндарын молекулалар кимәлендә айыра ла алмайҙар. Нисек кенә булмаһын, сәй – Ер йөҙөндәге шифалы эсемлектәрҙең береһе, уның ҡараһы ла, йәшеле лә, ҡыҙылы ла берҙәй файҙалы.

Бер сынаяҡ сәй ҙә физик һәм аҡыл эшмәкәрлеген күтәрә, арығанлыҡты бөтөрә, майҙарҙың бүленеп сығыу барышын тиҙләтә, матдәләр алмашыныуын яҡшырта. Барыһына ла ундағы кофеин сәбәпсе.

Микроэлементтар комплексы (калий, фосфор, тимер, марганец, барий, йод, никель, бор, баҡыр) матдәләр алмашыныуын көйләй, организмдағы күп кенә процестарға ыңғай тәьҫир итә. Мәҫәлән, калий - йөрәк эшмәкәрлеге өсөн файҙалы, фтор тештәрҙе һаҡлай, йод - склерозға ҡаршы тәьҫирле мөһим элемент.

Дуплау матдәләре организмдан токсиндарҙы сығара һәм ҡан тамырҙарын нығыта.

Тиамин фәҡәт сәйҙә һәм бер нисә бәшмәк төрөндә генә осрай, кофеин менән берлектә мейе эшмәкәрлегенә ыңғай тәьҫир итә. Ҡайһы бер витаминдарҙың сәй япрағы эшкәрткәндә юҡҡа сығыуы билдәле. Тик был ҡан ойошоуын көйләүсе К витаминына ҡағылмай.

Катехиндар – сәйҙәге иң ҡиммәтле, көслө биоактив берләшмәләр. Улар ҡан тамырҙары тышлыҡсаһын һығылмалы итә, капиллярҙарҙы нығыта, атеросклероз үҫешен тотҡарлай. Өҫтәүенә онкологик сир хәүефен кәметә. Санкт-Петербург дәүләт университетында үткәрелгән тикшеренеүҙәр катехиндарҙың ДНК күҙәнәктәрен радиациянан һаҡлауын асыҡлаған.

Ә ҡайһы төҫтәге сәй файҙалыраҡ?

Сәй ҡаптарындағы яҙыуҙарға күҙ һалһаң, биоактив берләшмәләрҙең ҡыҙылында йәшелендәгенә ҡарағанда – биш, ә йәшелендә ҡараһына ҡарағанда егерме тапҡырға күберәк икәнлеген белергә мөмкин. Әммә эш төҫтә түгел, ә сәйҙең ниндәй сортҡа ҡарауында. Хатта ике төрлө йәшел сәйҙең дә файҙалы матдәләре буйынса бер-береһенән ҡырҡа айырылыуы ихтимал.

Ғалимдар фекернсә, сәйҙәр тураһында япондар башҡаса уйлай: улар тәүҙә йәшел сәйҙе махсус фарфор һауытта онтаҡлай, аҙаҡ алдан йылытып ҡуйылған фарфор сәйнүккә әҙләп кенә һалып, ҡайнар һыу ҡоя һәм дөгө һабаҡтары менән шыйыҡ ҡаймаҡ хәленә еткәнсе иҙә.

Бына тигән хуш еҫле эсемлек! Бындай сәй бик ҡаты, кофеинға ифрат бай, шуға күрә ҡан баҫымы юғары булған һәм йоҡоһоҙлоҡ менән яфаланған кешеләр өсөн ул бармай.

Инглиздәр ҡара һинд сәйенә йәки цейлон сәйенә өҫтөнлөк бирә. 150 мл ҡайнар һыуға 1 балғалаҡ сәй, йәнә сәйнүккә бер ҡалаҡ өҫтәп, эсемлекте төнәтергә ҡуялар. Ныҡ итеп йылытылған сынаяҡтарға 2-3 ҡалаҡ йылы һөт һалғас ҡына әҙер сәйҙе ҡоялар.

Сәйҙе асыҡҡанда ла, һыуһағанда ла эсәләр. Һыуһынды ҡандырыусы эсемлек яһайым тиһәң, тәүҙә сәйҙе ҡойоп, бер минуттан ғына өҫтөнә һөт ҡояһың. Сәй ҡуйыраҡ, йәғни, туҡлыҡлыраҡ булһын тиһәң, киреһенсә – тәүҙә һөт, аҙаҡ сәй ҡояһың.

Тәнгә сихәт үлән сәйҙәре

Башҡорттарҙа борондан үлән сәйҙәренә өҫтөнлөк биргәндәр. Мәтрүшкә, бөтнөк, ҡарағат япрағы, кейәү үләне, һары мәтрүшкә, боланут кеүек шифалы үҫемлектәрҙән әҙерләнгәне мең сиргә дауа тип һаналған.