Сочиҙа үткән Берҙәмлек кубогының масс-стартында 15 километрлы дистанцияла биатлонсы Эдуард Латыпов уңышлы сығыш яһаны. Башҡортостан спортсыһы пьедесталдың өсөнсө баҫҡысына күтәрелде, бронза миҙал яуланы. Сочиҙа үткән Берҙәмлек кубогының масс-стартында 15 километрлы дистанцияла биатлонсы Эдуард Латыпов уңышлы сығыш яһаны. Башҡортостан спортсыһы пьедесталдың өсөнсө баҫҡысына күтәрелде, бронза миҙал яуланы. Унан саҡ ҡына алдараҡ финишҡа Мәскәү өлкәһе вәкиле Кәрим Хәлили һәм Свердловск өлкәһенән Кирилл Бажин килде. Латыпов, атыу рубеждарында ике тапҡыр яңылышып, ярыш еңеүсеһенән 42,5 секундҡа ҡалышты. Фото: "Башинформ" мәғлүмәт агентлығы.