“Ҡарттар йортона кит, әсәй. Әхирәтең дә шунда бит” тип аталған яҙма донъя күргәйне. Уны, ошо һылтанма буйынса инеп, тағы ла уҡый алаһығыҙ: https://bashgazet.ru/articles/y-m-i-t/2026-02-08/arttar-yortona-kit-s-y-hir-te-d-shunda-bit-4569430 Оло йәштәге апайҙың артабанғы яҙмышы билдәле булды. Уның һөйләгәндәрен тәҡдим итәбеҙ: – Ҡала өйөнөң тынсыулығынан түгел, ә ҡыҙым менән кейәүҙең миңә ҡарата һалҡынлығынан, битарафлығынан күңелем өшөп, тормош мәғәнәһен бөтөнләй юғалттым кеүек. Күп ваҡытымды тышта үткәрергә тырышам. Эргәлә генә урман. Саф һауала зиһен, күҙҙәр асылғандай. Бында парлы өлкәндәр күп, яйлап ҡына һөйләшеп йөрөйҙәр, йөҙҙәрендә – ҡәнәғәтлек. Ана эргәләге балалар майҙансығында әсәйҙәр, өләсәйҙәр сабыйҙар менән мәж килә. Ә мин, яңғыҙ ҡарсыҡ, бөршәйеп, өнһөҙ-тынһыҙ ғына уларҙы күҙәтеп ултырам... Бәләкәй генә балалар араһында шул ҡәҙәр мыжыҡ, үҙһүҙлеләр бар. Аяҡ тибеп, яу һалып илап, барыбер үҙенекен эшләтеп ҡуялар. Хас та ҡыҙымдың бала сағы... Был балаларҙың әсәй-өләсәйҙәре лә, мин