Махсус хәрби операция ветерандарына комплекслы ярҙам күрһәтеү – “Ватанды яҡлаусылар” дәүләт фондының төп бурысы. Белгестәр ветерандарҙың йәшәү шарттарын яҡшыртыу, социаль адаптациялау һәм реабилитациялауға йүнәлтелгән бөтә эштәрҙә ҡатнаша. Баҡалы районында махсус комиссия тағы ла ике геройҙың торлаҡтарын тикшерҙе. Ҡаһарманлыҡ ордены һәм “Батырлыҡ өсөн” миҙалы менән наградланған Александр Гордеев хәрби бурысын үтәгәндә яралана. Хәҙерге ваҡытта ветеран малсылыҡ тармағында бизнес менән шөғөлләнмәксе. Радик Чернов шулай уҡ Оборона министрлығы менән контракт төҙөп, Запорожье өлкәһендә гранатометчик вазифаһында хеҙмәт итә. 2024 йылда ҡаты яралана һәм аяғын ампутациялайҙар. Әле ветеран йәмәғәт тормошонда, спорт эшмәкәрлегендә әүҙем ҡатнаша. Былтыр декабрь айында ул “МХО адаптив спортта” ярыштарында армрестлинг буйынса еңеүсе булды. Фонд филиалы ветерандарҙың йорттарында асыҡ мөхит булдырыуҙан алып йәшәү шарттарын яҡшыртыу һәм ремонт эштәренә тиклем барлыҡ мәшәҡәттәрҙе үҙ өҫтөнә ала. Төп маҡс