– Ураҙа байрамы алдынан мосолмандар фытыр саҙаҡаһы тарата. Шул турала ентеклерәк аңлатма кәрәк ине. – Өйөндә бер генә көнлөк һәм төнлөк ризыҡ булған мосолманға ла фытыр саҙаҡаһын биреү фарыз. Ибн Ғүмәрҙән (Аллаһ унан риза булһын) тапшырылған хәҙистә былай тип әйтелгән: “Пәйғәмбәр ﷺ фытыр саҙаҡаһы итеп бер сағ (бөртөклө әйберҙәрҙең 4 ҡуш усҡа һыймалы миҡдары, ауырлығы 2,2 – 3,3 кг килеп сыға. – Ред.) хөрмәне йә бер сағ арпаны һәр мосолманға – ҡолға ла, азат кешегә лә, иргә лә, ҡатынға ла, олоға ла, кесегә лә – фарыз ҡылды. Ул уны кешеләр намаҙға сыҡмаҫ борон бирергә ҡушты” (әл-Бохари, Мөслим йыйынтыҡтарынан). Ә Әбү Сәғит әл-Худри (Аллаһ унан риза булһын): “Пәйғәмбәр ﷺ беҙҙең арала булған саҡта фытыр саҙаҡаһын бойҙайҙан, хөрмәнән, арпанан, йөҙөмдән, эремсектән бер сағ итеп сығара торғайныҡ”, – тигән (әл-Бохари, Мөслим йыйынтыҡтарынан). Үрҙәге хәҙистәрҙән аңлашылыуынса, фытыр саҙаҡаһы урындағы халыҡтың ниндәйҙер аҙығы төрөнән – мәҫәлән, дөгөнән, ҡарабойҙайҙан, борсаҡтан, ондан, тарынан, а