Аллаһҡа ҡарата ихлас булығыҙ. Доғаларығыҙҙың башында һәм аҙағында Аллаһҡа маҡтауҙар һәм Пәйғәмбәребеҙ (саллаллаһу ғаләйһи үә сәлләм) өсөн доғалар булһын. Аллаһҡа тәүәккәллек менән мөрәжәғәт итегеҙ. Унан яуап булырына ныҡлы ышаныста ҡалығыҙ. Ныҡышмал, әммә сабыр булығыҙ, ваҡиғаларҙы тиҙләтмәгеҙ. Доғаның бөтә йөрәктән булыуы мөһим. Бәләгә тарығанда ғына түгел, шатлыҡлы мәлдәрҙә лә доғанан айырылмағыҙ. Аллаһтан башҡа бер кемдән дә, бер ниҙән дә доға ҡылып һорамағыҙ. Тик Аллаһ ҡына – беҙҙең Раббыбыҙ һәм Хужабыҙ. Доғаларығыҙҙа бер туғанығыҙҙы ла, бер яҡынығыҙҙы ла, балаларығыҙҙы, мөлкәтегеҙҙе лә, үҙегеҙҙе лә ләғнәтләмәгеҙ, ҡарғамағыҙ. Аллаһы Тәғәләгә үтә шыбырламай ҙа, ныҡ тауышланмай ҙа, тауышығыҙҙы ипләп кенә баҫып мөрәжәғәт итегеҙ. Ҡылған гонаһтарығыҙҙы танып, Аллаһтан һеҙҙе ғәфү итеүен һорағыҙ. Уның һеҙгә булған мәрхәмәтенә рәхмәтле булығыҙ. Доғаның рифмалы булыуы кәрәкмәй (мөһим түгел). Теләк, баҫалҡылыҡ, буйһоноусанлыҡ һәм Аллаһтан ҡурҡыу тойғолары менән доға ҡылыр кәрәк. Аллаһҡа доға