Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Өфө ЭКСПО” күргәҙмә комплексында “УралСтройИндустрия” форумын һәм “ПроНедвижимость” күргәҙмәһен асыуҙа ҡатнашты. Әйткәндәй, сара 33-сө тапҡыр уҙғарыла. Быйыл унда илебеҙҙең 14 төбәгенән һәм Үзбәкстандан 100-гә яҡын ҙур компания йыйылды. Ҡатнашыусыларға эшлекле программа, бизнес-осрашыуҙар, оҫталыҡ дәрестәре, Өфөләге предприятиеларға һәм ойошмаларға технологик сәйәхәт, вакансиялар йәрминкәһе әҙерләнде. Башҡортостан Башлығы сәләмләү телмәрендә билдәләүенсә, төҙөлөш өлкәһендәге эксперттар тәжрибә уртаҡлашыу өсөн йыл һайын Өфөгә йыйыла. – Төҙөлөш индустрияһын үҫтереүҙең, ҡала төҙөлөшө сәйәсәтенең көнүҙәк мәсьәләләре буйынса фекер алышыу мөмкинлеге бар. Биләмәләрҙе комплекслы үҫтереүҙең, инновациялы технологияларҙы һәм материалдарҙы файҙаланыуҙың уңышлы миҫалдарын ҡарарбыҙ, – тине Радий Хәбиров. – Барығыҙға ла һөҙөмтәле эш, ышаныслы партнерҙар табыуығыҙҙы, ә компанияларығыҙға һәр саҡ алға барыуҙы теләйем. Рәсәй төҙөүселәр союзының беренсе вице-прези