25 февралдә Башҡортостандың һәм Силәбе өлкәһенең йәмәғәтселәре республика парламентының Геральдика залында киң фекер алышыу ойошторҙо. Сара төбәгебеҙгә Силәбе өлкәһе делегацияһының рәсми сәфәренә ярашлы үтте. Башҡортостандың һәм Силәбе өлкәһенең Йәмәғәт палаталары рәйестәре Ынйы Әхмәҙуллина менән Николай Дейнеко үҙҙәрендә үткән йылда башҡарылған эштәрҙе презентацияланы. Профилле комиссиялар, ваҡытлыса хеҙмәт төркөмдәре рәйестәре лә эшмәкәрлектәре хаҡында һөйләне. – Беҙҙе иҡтисади, тарихи, мәҙәни хеҙмәттәшлек бәйләй, шуға ла бөгөнгө диалог айырыуса мөһим, кәрәкле. Силәбе өлкәһе Йәмәғәт палатаһы вәкилдәре менән осрашыу ифрат йылы мөхиттә, һөҙөмтәле үтте. Был яңы юлдың башы ғына, – тине Башҡортостан Йәмәғәт палатаһы рәйесе Ынйы Әхмәҙуллина. – Сара яңы уртаҡ проекттар булдырыу мөмкинлеген бирә. Бергәләп махсус хәрби операциялағы яугирҙәребеҙгә, уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү, коммерцияға ҡарамаған ойошмалар секторын үҫтереү буйынса эшләйәсәкбеҙ. Николай Дейнеко иһә Башҡортостанға ҙур тәжри