Рүзилә исемле таныш ҡатын ҡыҙыҡ та, ҡыҙғаныс та, дөрөҫөрәге фәһемле ошо ваҡиғаны һөйләне. – “Һүҙ турғай түгел, осоп сығып китһә, тотоп булмай”, ти бит рус халҡы. Ә беҙ: “Уйламай һөйләгән – ауырымай үлгән”, тибеҙ. Шул һүҙҙәрҙең ни тиклем раҫ булыуын үҙ миҫалымда татыным. Бер мәл ғаилә дуҫтарыбыҙҙы ҡунаҡҡа саҡырҙыҡ. Ирем эштә тотҡарланып, һуңғы ҡунаҡтар менән бергә ҡайтып инде. Ишек төбөндә, өҫ кейемен һалған саҡта, бер ханым ҡулындағы күстәнәс тортты уға тотторған. Ирем күстәнәсте аш-һыу бүлмәһенә тотоп килеп инде лә өҫтәлгә ҡуйҙы. Мин табын мәшәҡәттәре менән йөрөп, хәлдең айышын белмәйенсә: “Ни эшләп был тортты һатып алдың, тәмһеҙ бит ул. Башҡаһы юҡ инеме?” – тип һорап ҡуйҙым. Әлбиттә, был һүҙҙәремде барыһы ла, шул иҫәптән күстәнәсте алып килгән ҡатын да ишетте. “Ни эшләп улай тиһең? Элек ошо тортты яратып ашай инек бит, һуңғы арала алғаныбыҙ ғына юҡ”, – тине ирем, үҙе башҡаларға һиҙҙермәйсә, миңә күҙ ҡыҫып, ниҙер ымлап маташа. Аптыраным да, башҡаса өндәшмәнем. Ҡунаҡтар ҡайтҡас, тортты