25 февраль — Башҡортостан Республикаһының Дәүләт флагы көнө, ул 2002 йылдан алып билдәләнә. Беҙҙең флаг - республика халҡының берҙәмлеген кәүҙәләндерә. Уның төҫтәрендә башҡорт халҡының күп быуатлыҡ тарихы, үҙенсәлекле мәҙәниәте һәм үҙенсәлеге шифрланған. Флаг ата-бабаларыбыҙҙың батырлыҡтарын, тыуған яҡтың матурлығын һәм бөйөклөгөн иҫкә төшөрә, беҙҙе яңы ҡаҙаныштарға рухландыра. Флагта өс (өҫтән аҫҡа): зәңгәр, аҡ һәм йәшел горизонталь һыҙатлы тура дүртмөйөш туҡыма. Аҡ һыҙаттың уртаһында ете тажлы ҡурай сәскәһен уратып алған алтын түңәрәк. Һәр элемент тәрән мәғәнәгә эйә: 🟦 Зәңгәр төҫ – уй-фекерҙәрҙең асыҡлығы һәм сафлығы. ⬜️ Аҡ төҫ – тыныслыҡты һөйөү һәм хеҙмәттәшлеккә әҙерлек. 🟩 Йәшел төҫ – азатлыҡ һәм мәңгелек тормош. 🟡 Ҡурай сәскәһе – дуҫлыҡ һәм берҙәмлек билдәһе. Ҡурайҙың ете тажы Башҡортостан халыҡтарының берҙәмлегенә нигеҙ һалған ете ырыуҙы хәтерләтә. Беҙҙең флаг һәр ваҡыт сәскә атыу, тыныслыҡ һәм татыулыҡ билдәһе булараҡ елберләһен! Байрам менән!💚
💚Бөгөн Башҡортостан Республикаһының Дәүләт флагы көнө билдәләнә
25 февраля25 фев
~1 мин