Ағымдағы йыл башынан алып Башҡортостанда 196 605 кеше – диспансеризация, ә иҫкәртеү медицина тикшереүен 24 776 кеше үткән, тип хәбәр иттеләр Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан. Тикшереүҙәр “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проекты (национальный проект “Продолжительная и активная жизнь”) бурыстарына ярашлы үткәрелә. Төп күрһәткестәрҙе үлсәү, ЭКГ, флюорография, маммография, шулай уҡ табиптар консультацияһын үҙ эсенә алған комплекслы тикшереүҙәр барышында ауырыуҙарҙы иртә стадияла асыҡларға һәм хроник ауырыуҙар ваҡытында дөйөм һаулыҡ торошон баһаларға мөмкин. 2025 йылдан ил халҡы шулай уҡ репродуктив һаулыҡ диспансеризацияһын үтә ала. Беренсе этапта ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар репродуктив һаулыҡ хәүефе факторҙарын асыҡлау өсөн анкета үтә һәм табиптар менән кәңәшләшә. Акушер-гинекологтар һәм урологтар йөклөлөккә һәм бала табыу мөмкинлегенә йоғонто яһаусы ауырыуҙарҙың проблемаларын һәм билдәләрен асыҡлай. Был төр тикшереүҙе йыл башынан алып 45 007 пациент үткән. Бынан тыш, быйылдан ҡатын-ҡыҙҙарҙа к