Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Айыу яралаған кешенең хәле нисек?

Һуңғы көндәрҙә Белорет районында урынлашҡан Көньяҡ Урал дәүләт ҡурсаулығы биләмәһендә булған ваҡиға тураһында күп кенә мәғлүмәт саралары яҙҙы. Мәғлүм булыуынса, 22 февралдә “Бәләкәй Ямантау” экологик маршруты буйынса бер нисә кеше туристик походҡа сыҡҡан, шул мәлдә уларға айыу һөжүм иткән. “Бәләкәй Ямантауҙа сноубордсыға айыу һөжүм итә. Мәғлүмәт аҙ, кеше иҫән, әммә зыян күргән. Ҡурсаулыҡ махсус бойороҡҡа тиклем тауға экологик маршрутты япты”, – тип яҙҙы сәйәхәтсе Олег Чегодаев. Был ваҡиғаның дауамы билдәле булды. Ҡурсаулыҡ хеҙмәткәрҙәре зыян күреүсене Инйәр ауылындағы ашығыс медицина ярҙамы бүлегенә килтергән. Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин мәғлүмәте буйынса, 30 йәшлек ир тешләнгән яралар һәм йәрәхәттәр алған. Ярҙам күрһәткәндән һуң ул үҙаллы өйөнә ҡайтып киткән. Наталья Ягудина фотоһы.
Оглавление
    Айыу яралаған кешенең хәле нисек?
Айыу яралаған кешенең хәле нисек?

Айыу яралаған кешенең хәле нисек?

Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан белдереүҙәренсә...

Һуңғы көндәрҙә Белорет районында урынлашҡан Көньяҡ Урал дәүләт ҡурсаулығы биләмәһендә булған ваҡиға тураһында күп кенә мәғлүмәт саралары яҙҙы. Мәғлүм булыуынса, 22 февралдә “Бәләкәй Ямантау” экологик маршруты буйынса бер нисә кеше туристик походҡа сыҡҡан, шул мәлдә уларға айыу һөжүм иткән.

“Бәләкәй Ямантауҙа сноубордсыға айыу һөжүм итә. Мәғлүмәт аҙ, кеше иҫән, әммә зыян күргән. Ҡурсаулыҡ махсус бойороҡҡа тиклем тауға экологик маршрутты япты”, – тип яҙҙы сәйәхәтсе Олег Чегодаев.

Был ваҡиғаның дауамы билдәле булды. Ҡурсаулыҡ хеҙмәткәрҙәре зыян күреүсене Инйәр ауылындағы ашығыс медицина ярҙамы бүлегенә килтергән. Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин мәғлүмәте буйынса, 30 йәшлек ир тешләнгән яралар һәм йәрәхәттәр алған. Ярҙам күрһәткәндән һуң ул үҙаллы өйөнә ҡайтып киткән.

Наталья Ягудина фотоһы.