Ирек олатаһын район үҙәгенә дауаханаға алып китеп бара. Нисек ныҡ баҫып йөрөй ине бит! Ғүмер буйы ауырымаған, дауаханаға барып та ҡарамаған ҡарт 70-те уҙғас биреште. Хәҙер өй тирәһендә лә таяҡҡа таянып ҡына йөрөй. Ныҡ һыҙланғас, бөгөн эшенән һорап булһа ла дауаханаға алып китте. Олатаһы Иректең ике туғаны Раяндың ғаиләһе менән йәшәй. Йортон да, бөтә булған байлығын да уға яҙҙырған. Ғүмер буйы Раян тип үлә яҙып торҙо. Әйтерһең дә, башҡа ейән-ейәнсәрҙәре юҡ, ләкин уныһы эшкинмәгән, яуапһыҙ булып үҫте, әлеге көндә ауылда эшһеҙ ята. Сәбәбе – эскелеккә әүәҫлеге. Был ғәҙәте билдәле булғас, хәҙер бөтөнләй эш таба алмай. Бер ауыҙына ҡапһа, донъяһын онота, ҡатыны менән дә шуның арҡаһында һүҙгә килешә, өйҙә лә тыныслыҡ юҡ. Ҡыҙының улы булғанғамы икән, Раянды бәләкәйҙән үк ныҡ яҡын күрҙе олатаһы. Күңелен әрнеткән бер ваҡиға әле лә күҙ алдында Иректең. Раян менән Ирек – ике туғандар ғына түгел, класташтар ҙа. Өсөнсө класта уҡыйҙар ине. Май айында Раян мәктәпкә бөтә малайҙарҙың хыялы булған бик те
Бер ейәненә – ҡиммәтле велосипед, икенсеһенә кәнфит тә юҡ...
24 февраля24 фев
2 мин