Уңған баҡсасыларҙың тәҙрә төптәрендә тәүге үҫентеләр баш ҡалҡыта башланы. Февраль аҙағында һәм март дауамында ниндәй йәшелсәләрҙе сәсергә? 28 февралгә тиклем – борос, баклажан үҫентеләре, шулай уҡ плёнка, быяла теплицаларға сығарыласаҡ бейек, уртаса бейеклектәге томаттар (120-180 см) сәсәбеҙ. 28 февралгә тиклем тәҙрә төбөндә ҡыяр үҫтереү өсөн ҡыяр сәсеүҙе дауам итәбеҙ, башлы һуғанды йәшниккә ултыртабыҙ. 20 февралдән тәҙрә төбөндә үҫтерер өсөн йәшел тәмләткестәр – укроп, руккола һ.б. ултырта башлайбыҙ. 1-10 март арауығында өҙөп ашау өсөн йәшел һуған сәсәбеҙ, полиэтилен, поликарбонат япмалы теплицалар өсөн томат, борос, баклажан үҫентеләре сәсеүҙе дауам итәбеҙ. 10 – 20 март арауығында асыҡ ерҙә үҫтереү өсөн артыҡ бейек булып үҫмәгән (50-70 см) помидор сорттарын сәсәбеҙ. 15 – 20 мартта брюссель кәбеҫтәһе орлоҡтарын сәсергә ваҡыт етә. 20 – 25 мартта аҡ күсәнле кәбеҫтәнең иртә сорттарын сәсәбеҙ. 25 – 30 мартта аҡ күсәнле кәбеҫтәнең уртаса һәм һуң өлгөрөүсе сорттарын, шулай уҡ төҫлө, савой,