“Анубис” позывнойлы яугир дошмандың пилотһыҙ аппаратын бәреп төшөрә һәм яралы иптәшен ҡотҡара. Яҡташыбыҙҙың был ҡаһарманлығы тураһында Иглин районы хакимиәте башлығы Гүзәл Насырова хәбәр итте. “Анубис” Иглин районының Көҙөй ауылынан. 2022 йылда ул махсус хәрби операция зонаһына үҙ теләге менән китә. 2024 йылда Оборона министрлығы менән контракттын оҙайта. Разведка төркөмө составында дошман позицияларын һәм ерҙәрен разведкалау буйынса хәрби бурыстар үтәй. Операцияларҙың береһендә яҡташыбыҙ дошмандың дронын ҡоралдан атып юҡ итә, шунан һуң яралы иптәшенә ярҙам итә һәм уны медицина ротаһы урынлашҡан яҡындағы пунктҡа эвакуациялай. Батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн РФ Президенты указы менән “Анубис” “Һәләк булып барғандарҙы ҡотҡарған өсөн” миҙалы, I һәм II дәрәжә “Хәрби батырлыҡ өсөн” миҙалы, генерал Шайморатов миҙалы һәм башҡа отличие билдәләре менән бүләкләнә. Фото: Иглин районы хакимиәте.