Илдар һәр ваҡыт яуҙа үҙе менән Башҡортостан байрағын ғорур йөрөткән. Бер ваҡыт ул байраҡ кейемдәре менән ҡуша янып юҡҡа сыға, был хәлгә егет бик көйөнә. Илһөйәрлек уның ҡанында шул: уның Хәсән менән Әҡсән олаталары ла Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашып, Бөйөк Еңеүгә ҙур өлөш индергән батырҙар булып, үҙҙәре хаҡында яҡты хәтер ҡалдырған. Илдар Ансар улы Исламов 1994 йылда Әбйәлил районы Туйыш ауылында тыуған. Байым урта мәктәбендә, артабан Сибай ҡалаһының 24-се политехник лицейында уҡый. Алыҫ Көнсығышта хәрби хеҙмәтен үтәгәндән һуң, һөнәр алып сығып, Краснодар крайына эшкә китә. МХО башланғас та, 2022 йылда, мобилизациялана. Саҡырылыусылар араһында иң бәләкәйе ул булғанға, Илдарға “Братишка” позывнойы йәбешә. Луганск өлкәһендә хеҙмәт итә ул. Һуңынан уларҙы Донецк өлкәһенә ташлайҙар. Беренсе тапҡыр 2023 йылда Бахмут янында яралана. “Беҙҙе дрон камикадзе ҡыуып етте. Мина ярсыҡтары арҡама эләкте. Яраланған килеш ялан госпиталенә саҡ барып еткәйнек”, – тип хәтерләй Илдар. Дауаланып алғас, тағы