Халҡыбыҙҙа элек-электән йәшәгән ырым-ышаныуҙар байтаҡ. Тормош тәжрибәһенән алынған был юрауҙар үҙҙәренең дөрөҫлөгөн раҫлап тора. Күптән түгел Зөлфиә апай ҡыҙының туйы алдынан булған бер ваҡағаны һөйләне. – Ҡыҙымдың туйына әҙерләнәбеҙ. Йолаларҙы яҡшы белгән, әллә күпме балаһының туйын үткәргән оло йәштәге әсәйемде лә әҙерлек сараларына саҡырҙыҡ. Кейәү була торған егет яҡшы ғаиләләнән, шуға йәштәрҙең матур йәшәүҙәренә күңелемдә шик булманы. Ҡоҙаларҙы һыйларға тип мул табын әҙерләйбеҙ. Тик бешергән ризығыбыҙ уңмай ҙа ҡуя. Әсәйем бауырһаҡ оҫтаһы, әллә күпме туйҙарға заказ биреп тә үҙенән бауырһаҡ бешертәләр. Был юлы бауырһағы килеп сыҡмай ҙа ҡуя, нисек кенә итеп бешерһә лә йөҙө китеп, ярылып бешә. Балан бөйөрөктәре бешерә башлағайныҡ, уның да ҡамыры йәбешмәй, ни өсөндөр асыла ла китә. Был хәлгә аптырап ҡалды әсәйем. – Бешергән ризығым уңмаһа, йәштәрҙең дә тормоштары килеп сыҡмай. Әллә нисә тапҡыр шулай һынағаным булды. Ҡыҙымдың тормошо уңһын инде, - тип доғаларын уҡып ҡабат-ҡабат бешерҙе