«Йәшәү өсөн инфраструктура» милли проекты (национальный проект «Инфраструктура для жизни») маҡсаттарына ярашлы, 25-27 февралдә Башҡортостан Республикаһында «УралСтройИндустрия» халыҡ-ара форум-күргәҙмәһе үтә. Был хаҡта төбәктең Төҙөлөш һәм архитектура министрлығынан хәбәр иттеләр. «Сарала ҡатнашыусылар Рәсәй Төҙөлөш министрлығы ғәмәлгә ашырған норматив базаға һәм методикаларға үҙгәрештәр индереү, 2026-2027 йылдарға смета нормаһын үҫтереүҙең өҫтөнлөклө йүнәлештәре, төҙөлөштөң смета хаҡын формалаштырғанда өҫтәлгән хаҡҡа һалым ставкаһын иҫәпкә алыу үҙенсәлектәрен һәм башҡаларҙы тикшерә. Сара төҙөлөш һәм проект компаниялары етәкселәре, төҙөлөш һәм проект ойошмалары ағзалары, дәүләт һәм муниципаль заказсылар вәкилдәре өсөн көнүҙәк буласаҡ», - тип билдәләне Башҡортостандың төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Артем Ковшов. Шулай уҡ форум барышында Рәсәй Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы университетының Мәғлүмәт моделен әҙерләү институты эксперттары практика үт