“Спартак” позывнойлы яҡташыбыҙ беренсе класлы дрондар операторы. Техник оҫталыҡ, рух көсө заман армияһының алғы һыҙатына алып килә уны. Рәсәйҙең пилотһыҙ системалар ғәскәрҙәре өсөн уның кеүек белгестәр ныҡлы таяныс. Бөгөн “Спартак” Тыуған илде джойсик һәм видеокамера ярҙамында һаҡлай, иртәгә уның уникаль тәжрибәһе тыныс тормошта ла кәрәк буласаҡ. Социаль селтәрҙәрҙә “Әбйәлил” гәзитен уҡыусылар йәш техниктар станцияһы эргәһендәге “Бөркөт” түңәрәгенән үҙенсәлекле посылка тураһында бәлки хәтерләйҙер. Уның етәксеһе Салауат Фазлетдинов һәм уҡыусыһы Арсен Шагалин үҙ ҡулдары менән самолет -разведчик ҡоралар һәм махсус хәрби операция биләмәһенә оҙаталар. Был аппарат “Спартак” позывнойлы МХО яугире үтенесе буйынса эшләнә. Ял ваҡытында һалдат йәш техниктар станцияһында булып, ошондай ғәҙәти булмаған заказды ҡалдыра. “Спартак” бөгөнгө көндә БПЛА операторы булып хеҙмәт итә. Әбйәлил районының бәләкәй бер ауылында донъяға килә ул. Һуңынан Магнитогорск төҙөлөш-монтаж техникумын тамамлай, машинис