“Ҡыҙ бала яҡты донъяларға ауаз һалғас, тыуған көнөмдө 8 март, тип яҙғандарҙыр инде. Фамилиям да, атайымдың исеме лә, тыуған йылым да ысын түгел ул. Һәр хәлдә 40 йылдан һуң мине эҙләп тапҡан өлкән апайым Фәғилә шулай тине...” - бына шулай тип башланып китте ауылдашым Фатима апай Миңлейәрова менән беҙҙең әңгәмә. Бына-бына һикһәнгә аяҡ баҫам тип торған апайҙы ауылға ҡайтҡанымда йыш осратам урамда. Һаулығына зарланмай, һәр ваҡыт теремек, һүҙсән, көләкәс. Ғөмүмән, яҙмышына ла зарланмай, нисек бар шулай ҡабул иткән.
Документ буйынса Фатима апайҙың тыуған йылы 1946 йыл. Тыуғас та Фатиманы ғәзиз әсәһе түгел, ә әсе яҙмыш үҙ ҡосағына ала. Әсәһе балаһын тапҡас та гүр эйәһе була. Сабый бала табыу йортонан тура балалар йортона эләгә. Береһенән икенсеһенә, икенсенән өсөнсөһөнә... Шулай күсеп йөрөп буй еткерә ҡыҙ бала. Ҡайһы райондыҡы, туғандары бармы-юҡмы икәнен дә белмәй: “Өфө балалар йортонда ла, Асҡын районының Урмияҙ ауылы балалар йортонда ла булдым, бәләкәй булғанлыҡтан күбеһен иҫләмәйем дә