Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Бейеү сәнғәтендә оло юғалтыу...

Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академик халыҡ бейеүҙәре ансамбле махсус хәрби операция зонаһында коллектив ветераны Илшат Фәсхетдиновтың һәләк булыуы тураһында хәбәр итте. Ул 2024 йылдың сентябрендә махсус хәрби операция зонаһына доброволец булып китә һәм хәрби бурысты үтәгәндә һәләк була. Илшат Ридик улы 1972 йылдың 10 февралендә Башҡортостандың танылған сәнғәт эшмәкәрҙәре ғаиләһендә тыуған. Башҡортостан хореография училищеһын (хәҙер Рудольф Нуриев исемендәге колледж) тамамлағандан һуң, 1990 йылда Фәйзи Ғәскәров ансамбленең труппаһын тулыландыра һәм оҙаҡ йылдар төрлө постановкаларҙа яңғыҙ партияларҙы башҡара. Ижади ялға киткәндән һуң 2011 йылда әсәһе, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Эльза Ғәббәсованың эшмәкәрлеген дауам итеп, “Нефтселәр” мәҙәниәт һарайында “Шаян” халыҡ бейеү ансамбленә етәкселек итә. Атаһы Ридик Фәсхетдинов БАССР-ҙың халыҡ артисы, виртуоз баянсы ине. Ансамбль коллективы талантлы балет артисының туғандарының, яҡындарының оло ҡайғыһын уртаҡлаша. Илшат Ф
Оглавление
    Бейеү сәнғәтендә оло юғалтыу...
Бейеү сәнғәтендә оло юғалтыу...

Бейеү сәнғәтендә оло юғалтыу...

Талантлы балет артисы 2024 йылдың сентябрендә махсус хәрби операция зонаһына доброволец булып китә һәм хәрби бурысты үтәгәндә һәләк була.

Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академик халыҡ бейеүҙәре ансамбле махсус хәрби операция зонаһында коллектив ветераны Илшат Фәсхетдиновтың һәләк булыуы тураһында хәбәр итте. Ул 2024 йылдың сентябрендә махсус хәрби операция зонаһына доброволец булып китә һәм хәрби бурысты үтәгәндә һәләк була.

Илшат Ридик улы 1972 йылдың 10 февралендә Башҡортостандың танылған сәнғәт эшмәкәрҙәре ғаиләһендә тыуған. Башҡортостан хореография училищеһын (хәҙер Рудольф Нуриев исемендәге колледж) тамамлағандан һуң, 1990 йылда Фәйзи Ғәскәров ансамбленең труппаһын тулыландыра һәм оҙаҡ йылдар төрлө постановкаларҙа яңғыҙ партияларҙы башҡара. Ижади ялға киткәндән һуң 2011 йылда әсәһе, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Эльза Ғәббәсованың эшмәкәрлеген дауам итеп, “Нефтселәр” мәҙәниәт һарайында “Шаян” халыҡ бейеү ансамбленә етәкселек итә.

Атаһы Ридик Фәсхетдинов БАССР-ҙың халыҡ артисы, виртуоз баянсы ине. Ансамбль коллективы талантлы балет артисының туғандарының, яҡындарының оло ҡайғыһын уртаҡлаша. Илшат Фәсхетдинов менән хушлашыу 14 февралдә Зәки Вәлиди урамы, 34-се йорт адресы буйынса (ансамблдең концерт залында) 10:00 сәғәттә үткәрелә.

Фото:Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академик халыҡ бейеүҙәре ансамбле.