Өфөнөң вуз-ара студенттар кампусы резиденты булған Өфө дәүләт нефть техник университеты (ӨДНТУ) йәштәр өсөн фәнни мәктәптәр асҡан, был “Приоритет-2030” программаһына ярашлы эшләнгән. Улар университеттың стратегик технология проекттары йүнәлешендә асылған һәм магистрант, аспирант, йәш ғалим, шәхси тикшеренеү эштәре менән шөғөлләнгән бакалавриат студенттарын берләштерә. – Был – юғары белем биреүҙең яңы өлгөһөнә күсеү. Бакалавр, магистрант һәм аспиранттар бергәләшеп “йәшел” химиянан алып яһалма интеллектҡа тиклемге сәнәғәт мәсьәләләрен хәл итә. Шул рәүешле беҙ белгесте генә түгел, ә фәндәр ҡушылмаһында эшләй алған тикшеренеүсе һәм инноваторҙы тәрбиәләйбеҙ. Таланттарға, улар идеяларын ошонда һәм хәҙер тормошҡа ашыра алһын өсөн, “лифт”тар төҙөйбәҙ. Вуз-ара кампустың тәжрибәһе белемдең йәш быуынға үҫеш өсөн этәргес булыуын күрһәткән сағыу миҫал, – ти БР-ҙың Фән һәм юғары белем буйынса дәүләт комитеты рәйесе Светлана Мостафина. ӨДНТУ ректоры Олег Баулин, йәштәр мәктәптәре төҙөү эҙмә-эҙлекле а