2025 йылда Фән һәм технологиялар тиҫтә йыллығы барышында асылған Башҡортостан Республикаһының туғыҙ фәнни-популяр турҙарында 53 меңдән ашыу кеше ҡатнашты. Улар “Йәштәр һәм балалар” милли проекты маҡсаттарына ярашлы эшләгән Евразия фәнни-белем биреү үҙәгенең юғары уҡыу йорттары араһындағы студенттар кампусы майҙансығында башлана, тип хәбәр иттеләр төбәктең Фәнни-белем биреү үҙәге идара итеүсе компанияһында. Башҡортостандың фәнни-популяр турҙары программалары ғалимдар етәкселегендә тәжриәбәләр һәм оҫталыҡ дәрестәре үткәреүҙе үҙ эсенә алған интерактив формат менән айырылып тора. Маршруттар буйынса ҡатнашыусылар алдынғы лабораторияларға, юғары технологиялы предприятиеларға һәм уникаль тәбиғәт объекттарына юллана. Турҙар экспертизаны уңышлы үтә һәм Бөтә Рәсәй реестрына индерелә. Бынан тыш, быйыл Түбәнге Новгород – Өфө — Новосибирск төбәк-ара ғилми маршрутын асырға планлаштыралар. – Шуныһы мөһим: проект фәндең ҡаҙаныштарын күрһәтеп кенә ҡалмай, ә һәр кемгә үҙен тикшеренеүсе итеп тойорға мөмк