Иртән тороу менән баллы һыу эсеүҙең файҙаһы тураһында ишеткәнегеҙ бармы? Моғайын, барҙыр. Бөгөн быны нисек эшләргә икәнлеген өйрәтмәксебеҙ. Башҡортостанда йәшәгән кешеләр балдың ни тиклем файҙалы ризыҡ икәнлеген яҡшы белә, шуға күрә улар тураһында яҙып тормайбыҙ. Беҙ балды былай ҡалаҡлап та, сәйгә ҡушып та ашарға күнеккән. Ә бына уны һыуға ҡушып эсһәң, белгестәр файҙаһы тағы ла күберәк ти. Эсемлектең иң мөһим үҙенсәлеге – аш һеңдереү системаһына һәм эсәккә ыңғай тәьҫир итеү. Ул паразиттарҙың, бактерияларҙың һәм бәшмәктәрҙең нормаль йәшәүе өсөн мөмкин булмаған мөхит тыуҙыра. Эсемлекте даими ҡабул итеү ашҡаҙан-эсәк юлдарын таҙартыуға килтерәсәк. Шулай уҡ балдың эсәктә дисбактериозға килтереүсе патоген флора булыуы сәбәпле ҡатып ҡалған массаларҙы эретеүен дә иҫәпкә алырға кәрәк. Эсемлек йыуан эсәктең эшен тергеҙергә һәм лимфаны токсиндарҙан таҙартырға булышлыҡ итә. Эсемлекте әҙерләгәндә шуны иғтибарға алығыҙ: бал бер нисек тә эшкәртелмәгән булһын, ә һыу таҙартылған тик ҡайнамаған булырға