Найти в Дзене
"Урал" гәзите

Хәүефһеҙлек айлығы сиктәрендә мөһим осрашыу үтте

Ошо көндәрҙә ҡаланың 18-се мәктәбендә VIll-Xl кластары уҡыусылары менән Рәсәй Федераль Именлек хеҙмәте вәкиле осрашты. Ул уҡыусыларға Интернет селтәрҙәрендә, көндәлек тормошта бик һаҡ булырға кәрәклеген аңлатты. Сөнки уларҙың әле нығынып етмәгән аңы менән ҡара көстәр насар уйҙар менән файҙаланырға мөмкин тип төрлө миҫалдар килтерҙе. Мәғлүмәтһеҙ үҫмерҙәр үҙҙәре лә аңламаҫтан террористик, диверсия һәм экстремистик эшмәкәрлеккә йәлеп ителә һәм яҙмыштарын боҙа. Именлек вәкиле юғары класс уҡыусыларына халыҡ-ара терроризм хәүефе тураһында һөйләне, илебеҙҙең бер нисә тапҡыр террористик агрессияға дусар булыуы тураһында миҫалдар килтерҙе. Рәсәй компетентлы органдары терроризмға ҡаршы ниндәй саралар ҡулланыуын, шулай уҡ ҡануниәт статьяларын тулыраҡ аңлатып, уларҙы боҙоу ҡәтғи енәйәт яуаплылығына килтерә, тине. Рәсәй Именлек хеҙмәте идаралығы тарафынан цифрлы хәүефһеҙлеккә айырыуса иғтибар бүленә. Хәҙерге ваҡытта үҫмерҙәр күп ваҡытын Интернет селтәрендә үткәрә: төрлө уйындар уйнай, видео ҡарай

Хәүефһеҙлек айлығы сиктәрендә мөһим осрашыу үтте

Ошо көндәрҙә ҡаланың 18-се мәктәбендә VIll-Xl кластары уҡыусылары менән Рәсәй Федераль Именлек хеҙмәте вәкиле осрашты.

Ул уҡыусыларға Интернет селтәрҙәрендә, көндәлек тормошта бик һаҡ булырға кәрәклеген аңлатты. Сөнки уларҙың әле нығынып етмәгән аңы менән ҡара көстәр насар уйҙар менән файҙаланырға мөмкин тип төрлө миҫалдар килтерҙе. Мәғлүмәтһеҙ үҫмерҙәр үҙҙәре лә аңламаҫтан террористик, диверсия һәм экстремистик эшмәкәрлеккә йәлеп ителә һәм яҙмыштарын боҙа. Именлек вәкиле юғары класс уҡыусыларына халыҡ-ара терроризм хәүефе тураһында һөйләне, илебеҙҙең бер нисә тапҡыр террористик агрессияға дусар булыуы тураһында миҫалдар килтерҙе. Рәсәй компетентлы органдары терроризмға ҡаршы ниндәй саралар ҡулланыуын, шулай уҡ ҡануниәт статьяларын тулыраҡ аңлатып, уларҙы боҙоу ҡәтғи енәйәт яуаплылығына килтерә, тине.

Рәсәй Именлек хеҙмәте идаралығы тарафынан цифрлы хәүефһеҙлеккә айырыуса иғтибар бүленә. Хәҙерге ваҡытта үҫмерҙәр күп ваҡытын Интернет селтәрендә үткәрә: төрлө уйындар уйнай, видео ҡарай, мессенджерҙарҙа аралаша. Йыш ҡына, үҙҙәре лә аңламайынса, улар енәйәтселәрҙең тоҙағына эләгә. Тиҙ аҡса эшләү йәки «күңелле» берләшмәнең бер өлөшө булыу теләге бәлиғ булмағандарҙы террор төркөмдәренән һәм мутлашыусыларҙан килгән күрһәтмәләрҙе үтәй башлауға этәрә. «Зыянһыҙ заданиелар» булып, уларға релей шкафтарын, кәрәҙле бәйләнеш вышкаларын яндырырға, һәйкәлдәрҙе, монументтарҙы боҙорға йәки башҡа законһыҙ ғәмәлдәр башҡарырға тәҡдим ителә. Был ғәмәлдәрҙең барыһы ла енәйәт яуаплылығы менән бәйле.

Үҙенең миҫалында Федераль Именлек хеҙмәте вәкиле тағы бер тапҡыр, бөйөк Ватаныбыҙға һөйөү - ул хистәр генә түгел, ә бурыс та, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды. Илебеҙ яҡшырһын, унда тыныслыҡ һәм ғәҙеллек хакимлыҡ итһен, ә кешеләр бәхетле һәм имен йәшәһен өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләргә бурыслыбыҙ, тине.

Әгәр ҙә уҡыусыларға телефон аша шундай тәҡдимдәр килһә, кисекмәҫтән Рәсәй Федераль Именлек хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығының Белорет ҡалаһындағы дежур бүлегенә 8-963-144-16-16 телефоны буйынса хәбәр итеү мотлаҡ.