Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы Өфө егете, артиллерист, “Белка” позывнойлы яугир пилотһыҙ осоу аппараттары операторҙары эшмәкәрлеге тураһында һөйләне. “Беҙ отрядта уларҙы күргәнебеҙ ҙә, осрашҡаныбыҙ ҙа юҡ. Әммә көн һайын операторҙарға рәхмәт уҡыйбыҙ. Улар йыш ҡына хәрби бәрелештәрҙән алыҫ ерҙә, йылыла эшләй. Дрондар менән идара итеү пункттарының тәрән тылда, йыһазландырылған ангарҙарҙа йәки биналарҙа урынлашыуы мөмкин”, – ти ул. “Белка”ның әйтеүенсә, операторҙарҙы йыш ҡына һынау срогы менән, аҙаҡ яҡшы шарттар һәм гарантиялар булған урынға күсереү мөмкинлеге менән алалар. “Беҙҙә хәл киреһенсә, бөгөн һин –төҙәүсе, иртәгә – атыусы”, – ти ул. Айырыуса дәртләндереү саралары ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра. “Беҙҙә, артиллерияла, премиялар подразделениеның дөйөм уңышына бәйле. Ә операторҙарҙа түләүҙәр системаһы асыҡ күренеп тора, һәр юҡ ителгән дошман дроны йәки техникаһы өсөн түләнә. Был хеҙмәт башҡа хәрби хеҙмәт төрҙәренән айырыла. Автомат менән һөжүмгә барыу түгел ул, әммә монитор артында бик көсөр