Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Башҡортостан - Рәсәйҙә лидер!

Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең вуз-ара студенттар кампусында Башҡортостандағы Бөтә Рәсәй "Рус география йәмғиәте" йәмәғәт ойошмаһы төбәк бүлексәһенең Попечителдәр советының ултырышы ойошторолдо. Унда үткән йылға йомғаҡ яһалды, киләсәккә маҡсаттар билдәләнде. Уны Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев алып барҙы. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республикабыҙҙың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Светлана Верещагинаны тыуған көнө уңайынан ҡотланы, изге теләктәрен еткерҙе. – Былтыр 18 августа Рус география йәмғиәте ойошторолоуға 180 йыл тулды, ысынлап та, ул илебеҙҙә иң абруйлыларҙан һанала, – тине Радий Фәрит улы. – Төбәктә ойошма көслө булһын өсөн күп уй-ниәттәр тормошҡа ашырыла. Ғөмүмән, йыл ваҡиғаларға бик бай булды, барыһы ла яҡшы эшләне, бурысты үтәнеләр. Радий Хәбиров белдереүенсә, ил Президенты 2027 йылды География йылы тип иғлан итте, был тәңгәлдә емешле эшләү зарур. Белем усаҡтарында уҡыусыларға география фәненә һөйөү уятыу һәм тәрән беле
Оглавление
    Башҡортостан - Рәсәйҙә лидер!
Башҡортостан - Рәсәйҙә лидер!

Башҡортостан - Рәсәйҙә лидер!

Рус география ойошмаһы ойошторолоуға 180 йыл тулды.

Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең вуз-ара студенттар кампусында Башҡортостандағы Бөтә Рәсәй "Рус география йәмғиәте" йәмәғәт ойошмаһы төбәк бүлексәһенең Попечителдәр советының ултырышы ойошторолдо. Унда үткән йылға йомғаҡ яһалды, киләсәккә маҡсаттар билдәләнде.

Уны Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев алып барҙы.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республикабыҙҙың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Светлана Верещагинаны тыуған көнө уңайынан ҡотланы, изге теләктәрен еткерҙе.

– Былтыр 18 августа Рус география йәмғиәте ойошторолоуға 180 йыл тулды, ысынлап та, ул илебеҙҙә иң абруйлыларҙан һанала, – тине Радий Фәрит улы. – Төбәктә ойошма көслө булһын өсөн күп уй-ниәттәр тормошҡа ашырыла. Ғөмүмән, йыл ваҡиғаларға бик бай булды, барыһы ла яҡшы эшләне, бурысты үтәнеләр.

Радий Хәбиров белдереүенсә, ил Президенты 2027 йылды География йылы тип иғлан итте, был тәңгәлдә емешле эшләү зарур. Белем усаҡтарында уҡыусыларға география фәненә һөйөү уятыу һәм тәрән белемле география уҡытыусыларын әҙерләү мөһим.

Бөтә Рәсәй "Рус география йәмғиәте" йәмәғәт ойошмаһы төбәк бүлексәһенең рәйесе Салауат Сәғитов башҡарылған эштәргә йомғаҡ яһаны, киләсәктәге пландары менән таныштырҙы, Башҡортостандағы Бөтә Рәсәй "Рус география йәмғиәте" йәмәғәт ойошмаһы төбәк бүлексәһенең илебеҙҙә дүртенсе урынға күтәрелеүен һөйөнсөләне, Радий Хәбировты "Рус география йәмғиәте" президенты Сергей Шойгу тапшырған көмөш миҙал алыуы менән ҡотланы.

Бөтә Рәсәй "Рус география йәмғиәте" йәмәғәт ойошмаһы башҡарма директорының беренсе урынбаҫары Сергей Корлыханов Башҡортостан төбәк ойошмаһының эшмәкәрлегенә юғары баһа бирҙе, Радий Хәбировҡа китап бүләк итте. Шулай уҡ биология фәндәре докторы Татьяна Седых һәм башҡалар сығыш яһаны.

Фото: Илдар Аҡъюлов.