Вуз-ара студенттар кампусы резиденты булған Өфө фән һәм технологиялар университеты Ғалимдар советының йәш уҡытыусылар өсөн гранттар конкурсын башланы. Ул университеттың стратегик үҫеше буйынса “Приоритет-2030” программаһын тормошҡа ашырыуға ярашлы үткәрелә һәм йәш уҡытыусыларға ярҙам, матди бүләкләү сараһы булараҡ эшләнә. Гранттың күләме – 120 мең һум. Өс – тәбиғи-ғилми, техник һәм гуманитар йүнәлештәрҙең береһе буйынса тәҡдим ителгән алдынғы 30 проектҡа финанс ярҙамы бүлеү ҡаралған. – Гранттар аша ярҙам – ул республикабыҙҙың йәш ғалимдарына һәм уҡытыусыларына булышлыҡ итеүҙең мөһим сараһы. Йәш тикшеренеүселәргә төбәлгән бындай аҙымдар йәш кадрҙарҙы йәлеп итеүгә булышлыҡ итә, эшләнмәләрҙе коммерциялаштырыуҙы әүҙемләштерә, ғилми карьера төҙөргә планлаштырған студенттар һанын арттыра, – тип иҫәпләй Башҡортостандың Фән һәм юғары белем биреү буйынса дәүләт комитеты рәйесе Светлана Мостафина. Грант алыуға ӨФһТУ-ның штатта тулы ставкаға эшләгән һәм педагогик эшмәкәрлекте әүҙем ғилми эш менән