Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене
Бөрйән яңылыҡтары

Башҡортостанда Башҡорт дәүләт медицина университеты ятағындағы инциденттан һуң Республика Башлығы Радий Хәбиров Һиндостандан килгән сит ил

студенттары менән осрашты. Ул улар менән инглиз телендә һөйләште. Уларҙың ғүмеренә һәм уҡыуына бер ниндәй ҙә ҡурҡыныс янамай, ә бөтә зыян күреүселәр ҙә кәрәкле ярҙам ала, тип ышандырҙы. Был һорау уның шәхси контролендә. Зыян күргән студенттарға республиканың алдынғы шифаханаларында реабилитация үтеү мөмкинлеге биреләсәк. Республиканың юғары уҡыу йорттары һәм колледждары ятаҡтарында тулы хәүефһеҙлек өсөн шунда уҡ һаҡ көсәйтелә, һаҡ постары ҡуйыла. Шуны билдәләп үтәм: республикала барыһы ла, студенттар үҙҙәре лә был донъяның теләһә ҡайһы нөктәһендә, теләһә ниндәй илдә булған берҙән-бер осраҡ икәнен яҡшы аңлай. Башҡортостан гармония, тотороҡлолоҡ һәм сит ил студенттарын йәлеп итеү нөктәһе булып ҡала. Тулыраҡ минең сюжетымда. Ильяс Батыргәрәев. https://vk.com/video-85716906_456239121

Башҡортостанда Башҡорт дәүләт медицина университеты ятағындағы инциденттан һуң Республика Башлығы Радий Хәбиров Һиндостандан килгән сит ил студенттары менән осрашты. Ул улар менән инглиз телендә һөйләште. Уларҙың ғүмеренә һәм уҡыуына бер ниндәй ҙә ҡурҡыныс янамай, ә бөтә зыян күреүселәр ҙә кәрәкле ярҙам ала, тип ышандырҙы. Был һорау уның шәхси контролендә. Зыян күргән студенттарға республиканың алдынғы шифаханаларында реабилитация үтеү мөмкинлеге биреләсәк.

Республиканың юғары уҡыу йорттары һәм колледждары ятаҡтарында тулы хәүефһеҙлек өсөн шунда уҡ һаҡ көсәйтелә, һаҡ постары ҡуйыла. Шуны билдәләп үтәм: республикала барыһы ла, студенттар үҙҙәре лә был донъяның теләһә ҡайһы нөктәһендә, теләһә ниндәй илдә булған берҙән-бер осраҡ икәнен яҡшы аңлай. Башҡортостан гармония, тотороҡлолоҡ һәм сит ил студенттарын йәлеп итеү нөктәһе булып ҡала.

Тулыраҡ минең сюжетымда. Ильяс Батыргәрәев.

https://vk.com/video-85716906_456239121