Ғаиләлә ике малай: ағайым менән мин үҫтек. Ләкин атайым миңә һәр ваҡыт башҡаса ҡараны, яратып бөтмәне, ситләтте. Әҙ генә төшөрөп ҡайтһа, теле асыла ла “һин миңә оҡшамағанһың, минең балам түгел һин” тип битәрләй, өйҙән ҡыуа торғайны. Әллә нисә тапҡыр өйҙән сығып китеп, һарай башында, мунсала йоҡлағаным булды. Һәр ваҡыт әсәйем эҙләп алып ҡайтты. Йорт-ихата тирәһендәге бөтә эште башҡарһам да, атайыма ярай алманым. Ағайым минең һымаҡ аҡһыл түгел, атайыма оҡшап ҡарасман, йөҙгә һуйған да ҡаплаған. Шуға яҡшы кейем булһынмы, шәп велосипедмы, мотоциклмы – барыһы ла ағайыма эләкте. Мин күбеһенсә ағайымдан ҡалған кейемде кейеп үҫтем. Велосипедына ла унан рөхсәт һорап ҡына йөрөп килә инем. 13 йәштәр тирәһендә атайымдың әсәйем менән әрләшкән тауышын ишетеп, былай ҙа бөрөшкән йөрәгем, ҡара янды. – Йәш саҡтағы һөйгән йәрең Таһирға оҡшап тора бәләкәсең. Кеше балаһын ҡарап үҫтергәнемә рәхмәт әйт. Төпсөк малай, тип өйгә өмөт итмәһен, йортто өлкәненә яҙҙырам. Нимәлер оҡшамай икән, икегеҙҙе лә ҡыуырмы