“Башҡортостан Республикаһы фәндәр академияһы" дәүләт ғилми учреждениеһының Стратегик тикшеренеүҙәр институты, Алишер Навои исемендәге Ташкент дәүләт үзбәк теле һәм әҙәбиәте университеты, Көнбайыш Ҡаҙағстан инноватив технология университеты, Т. Эрматов исемендәге Бишкәк музыка-педагогия институты ғалимдарҙы һәм ғилми хеҙмәткәрҙәрҙе Өфөлә "Евразияның күп мәҙәниәтле киңлегендә халыҡ ижады: барлыҡҡа килеүенән алып бөгөнгө көнгә тиклем" тип исемләнгән халыҡ-ара “түңәрәк өҫтәл”гә йыйҙы. Абруйлы фольклорсы һәм ғалимә Фәнүзә Айытбай ҡыҙы Нәҙершинаның 90 йәшлек юбилейына һәм Халыҡ-ара туған тел көнөнә арналған конференцияла уның ғилми эшмәкәрлеге, хәҙерге фольклористиканың мәҙәниәт-ара бәйләнештәр контексында милли йолаларҙы һаҡлау, ауыҙ-тел ижады мираҫын анализлау буйынса яңы методика, эпик мираҫты үҙгәртеп ҡороу, күп мәҙәниәтле мөхиттә фольклор традицияларын яңыртыу кеүек мөһим йүнәлештәр буйынса докладтар тыңланды. Халыҡ-ара ҡорҙо филология фәндәре докторы, профессор Луиза Хәмзә ҡыҙы Сәмсито